Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель 2022, 14:25

Ике йылда 365 мәктәп төҙөкләндереләсәк

Башҡортостанда 365 мәктәп «Мәктәп системаһын яңыртыу» федераль программаһы буйынса ремонтланасаҡ.

Ике йылда 365 мәктәп төҙөкләндереләсәк
Ике йылда 365 мәктәп төҙөкләндереләсәк

 Төҙөкләндереләсәк объекттар һаны буйынса республика Рәсәйҙә икенсе урында тора.

  Был хаҡта Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин төбәк менән идара итеү үҙәгендә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте. Министрҙың әйтеүенсә, 2022-2023 йылдарҙа 96 мәктәптең 103 бинаһы ремонтлана. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 2022 йылға 2,94 миллиард һум бүленгән һәм 1,143 миллиард һум 2023 йылдағы эштәрҙе финанслауға йүнәлтелә. 2023 йылға ғаризаға 86 мәктәптең 88 бинаһы индерелгән. Өҫтәмә эштәргә 2023 йылда федераль һәм республика бюджеттарынан 4,562 миллиард һум йәлеп итеү күҙаллана. Дөйөм алғанда, 2022-2023 йылдарҙа 9,422 миллиард һумлыҡ 191 мәктәп бинаһы яңыртыласаҡ.

  Быйылғы йыл объекттары буйынса ремонт эштәрен 15 апрелгә тиклем башлау күҙаллана. Ремонт барышында мәктәп уҡыусылары ҡала ерендә  күрше мәктәптәрҙә уҡып торасаҡ.  Уларҙы дистанцион форматта уҡытмаясаҡтар.

 

Фото: mirbelogorya.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: