Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель 2022, 15:05

Өфөлә бәләкәй ҡыҙ ҡайнар һыуға бешеп үлгән

3 апрелдә Өфөлә 9 айлыҡ ҡыҙыҡай аш бүлмәһендә ата-әсәһе икенсе бүлмәлә саҡта электр сәйнүктең сымына тейгән. Унда яңы ғына ҡайнатылған һыу була. Ул баланың өҫтөнә түгелгән. 

Өфөлә бәләкәй ҡыҙ ҡайнар һыуға бешеп үлгән
Өфөлә бәләкәй ҡыҙ ҡайнар һыуға бешеп үлгән

Сабыйҙың  ҡот осҡос тауышын ишетеп ата-әсә ашһыу бүлмәһенә сыҡҡан. Улар шунда уҡ  “Тиҙ ярҙам” саҡырған. Дауаханаға барған ваҡытта сабый юлда вафат була.

Был ваҡиға буйынса тикшереү үткәрелә. Билдәле булыуынса, фажиғә булған ғаилә имен һаналған, ул иҫәптә тормаған.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: