Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель 2022, 22:01

Бына исмаһам, өҫтәл тиһәң дә өҫтәл!

Үҙе ҙур, үҙе ныҡ, үҙен теләгән яҡҡа борорға була. Республика клиник онкология диспансеры бына шундай шәп  операция өҫтәленә эйә булды.

Бына исмаһам, өҫтәл тиһәң дә өҫтәл!
Бына исмаһам, өҫтәл тиһәң дә өҫтәл!

 

   Ул “Онкология ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” төбәк программаһы буйынса алынды.  

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, операция өҫтәле 460 кг ауырлыҡты күтәрә ала,  ныҡ һәм юғары хәүефһеҙлек кимәленә эйә.  Нейрохирургия операцияларын үткәреү өсөн  ул операция залында иҙән өҫтөнән 575 мм-ға тиклем  төшөрөлә ала.   

«Өҫтәл дистанцион рәүештә идара ителеүсе инфраҡыҙыл проводһыҙ системалы  булыуы менән  операция бүлмәһендә белгестәргә  иркен күсеп йөрөү өсөн  шарттар тыуҙыра.  Был онкология менән сирләүсе пациенттарҙы хирургик дауалауҙың сифатын  күтәрергә лә ярҙам итә”, – ти онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов. 

Белгестәр әйтеүенсә, Башҡортостанда  ауыр кәүҙәле пациенттар өсөн операция өҫтәлдәре элек тә булған, әммә  улар 150 килограмдан ауыр сирлеләрҙе күтәрә алмаған. 

Фото:Башинформ.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: