Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель 2022, 23:00

БР ЮХХДИ: Аҙна йомғаҡтары

28 марттан алып 3 апрелгә тиклем Башҡортостан юлдарында 48 автомобиль аварияһы теркәлгән, алты кеше һәләк булған, 52 кеше йәрәхәтләнгән.

БР ЮХХДИ: Аҙна йомғаҡтары
БР ЮХХДИ: Аҙна йомғаҡтары

27 машина бәрелешкән;

2 машина түңкәрелгән;

14 йәйәүле төрттөрөлгән, тапалған.

13 717 тапҡыр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән;

244 иҫерек водитель тотолған;

337 водитель тыйылған ерҙә юлдың ҡаршы һыҙатына сығып, үҙенең һәм башҡаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған;

455 ата-әсә балаларҙы машинала йөрөтөү ҡағиҙәһен боҙған;

427 йәйәүле юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп тотолған;

340 водитель йәйәүлеләргә юл бирмәгән;

150 водителдең алдан һалынған штрафты түләмәгәне асыҡланған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: