Стәрлетамаҡ районындағы Золотоношка–Төрөшлө автомобиль юлының 2-се саҡрымында иртәнге сәғәт 5-се яртылар тирәһендә тирәһендә сит ил автомобиле менән идара иткән 48 йәшлек ир 30 йәшлек ирҙе бәрҙерә.
Авария һөҙөмтәһендә йәйәүле төрлө йәрәхәт менән дауаханаға оҙатылған. Билдәле булыуынса, яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтары булмаған водитель автомобиленең тәгәрмәсен алмаштырға йыйынған. Ошо ваҡытта уны сит ил автомобиле бәрҙергән. Уның водителе иҫерек булыуы сыҡланған. Тикшереү һөҙөмтәһе организмда 0,746 мг/л иҫерткес күрһәткән. Ғәйепленең машинаһы туҡталҡаға урынлаштырылған.
Был юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү башланған.
Фото: Т. Аманов