Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель 2022, 12:20

Беҙҙә лә ял итерлек урындар күп

"Республика ҡунаҡтарына һәм халҡына ял итергә  тәҡдим итерлек урындарыбыҙ бар. Шуға күрә сумаҙандарығыҙҙы тултырығыҙ һәм Башҡортостанға рәхим итегеҙ!", – тип  Башҡортостан Башлығы туристарҙы үҙебеҙгә саҡырған.

Беҙҙә лә ял итерлек урындар күп
Беҙҙә лә ял итерлек урындар күп

РФ  Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған  "Туризм һәм ҡунаҡсыллык индустрияһы" дөйөм дәүләт проекты сиктәрендә күп эштәр башҡарыла.

   «Мин республиканың уникаль матурлығына ғәжәпләнеүҙән һис тә туҡтай алмайым. Һәм, күрәһең, мин генә түгел», – тип яҙған Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге  үҙенең сәхифәһендә.

«Беҙ туристарҙы йәлеп итә торған төбәккә әйләнәбеҙ. 2021 йылда беҙгә 3,5 миллион кеше килде  – 2020 йылға ҡарағанда 600 меңгә күберәк. Быйыл тағын ла  күберәк ҡунаҡтар көтәбеҙ. Рәсәйҙәр күберәк сит илдән үҙҙәренең курорттарына өҫтөнлөк бирә. Быны , әлбиттә, беҙ ҙә 100 процентҡа файҙаланырға тейешбеҙ.

Туризм тармағын үҫтереү өсөн нимә эшләйбеҙ?

Туроператорҙар республика буйынса яңы маршруттар әҙерләй. Кемпингтар, глэмпингтар, визит-үҙәктәр төҙөйбөҙ, төрлө йүнәлештә ҡунаҡсыллыҡ инфраструктураһын үҫтерәбеҙ.

Әлбиттә, алда башҡараһы эштәр күп. Беҙ федераль дәрәжәлә етди ярҙам тоябыҙ, республикаға ярҙам саралары өҫтөндә эшләйбеҙ. Республика ҡунаҡтарына һәм халҡына тәҡдим итерлек урындарыбыҙ бар. Шуға күрә сумаҙандарығыҙҙы тултырығыҙ һәм Башҡортостанға рәхим итегеҙ!», – тип яҙған Башҡортостан Башлығы.

 

Фото: Т. Аманов.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: