Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель 2022, 09:15

Һауыҡтырыу акцияһы

"Йәшәүгә 10 000 аҙым" Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡортостан халҡы әүҙем ҡушыла. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдиме буйынса, кешегә физик әүҙемлекте тотоу өсөн көнөнә 6 000 - 10 000 аҙым атлау мөһим.

Һауыҡтырыу акцияһы
Һауыҡтырыу акцияһы

Яңауыл халҡы ла сәләмәт тормош яҡлы. "Юность" физкультура-һауыҡтырыу комплексында Бөтә донъя сәләмәтлек көнө уңайынан башланған акция старт алды. Ҡатнашыусылар зарядка яһаны. Ошонда уҡ район дауаханаһы табиптары ҡан баҫымын үлсәүҙе ойошторҙо. Шуныһы яҡшы: йыл һайын был акцияла ҡатнашыусылар һаны арта бара. Яңауылда бер юлы 600 кеше сәләмәтлек аҙымдары яһауға ҡушылды. Дистанцияны үткәндән һуң, сертификаттар бирелде.

Фото: "Юность".

Һауыҡтырыу акцияһы
Һауыҡтырыу акцияһы
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: