Атеросклероздан
Бал менән һарымһаҡ төнәтмәһенең файҙаһы тейер. Уны әҙерләү өсөн 300 г шыйыҡ балға 200 г ҡырғыстан үткәрелгән һарымһаҡ ҡушып бутап, бер аҙна ҡараңғы урында тоторға. Әҙер булғас, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ ҡабырға. Дауаланыу курсы – ике-өс ай.
Анемиянан һәм хәлһеҙлектән
Ике ҡалаҡ йүкә сәскәһенә 300 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут йылы урында тоторға һәм бер стаканға бер балғалаҡ бал бал, ике ҡалаҡ кагор ҡушып, сәй урынына эсергә.
Гипертониянан
200 г туң балан емешен иҙеп, 1 л ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут талғын утта ҡайнатырға. Һуңынан һөҙөп алып, 100 г бал ҡушырға һәм көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 100-әр г эсергә. Дауаланыу курсы – ике ай. 15 көндән һуң йәнә ҡабатларға.
Фото:Т.Аманов.