Һуңғы көндәрҙә ныҡ йылытыу сәбәпле, йылға буйҙарында урынлашҡан ауылдарға ҙур хәүеф янай башланы. Тау йылғаларында боҙ ҡуҙғалып, ҙур тығындар барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, бөгөн социаль селтәргә Белорет районының Ноҡат юлы, Инйәр йылғаһы төшөрөлгән видеояҙмалар таралды. Асы ауылында ике хужалыҡты һыу баҫып алды. Ташҡын менән көрәшеү өсөн урынға ашығыс хеҙмәттәр ебәрелә, әлбиттә, был эштән ауыл халҡы ситтә ҡалмай.
- Бөгөн көнө буйы дежур иттем, әле ҡайттым, төнгә тағы сығам. Асы ауылында асып ебәргәйнек. Бер саҡрым аҫтараҡ тағы тығылды, боҙҙо этергә һыу юҡ. Берештамаҡта ла шулай уҡ тығын, былтырғы хәл ҡабатланмаһа ярар ине... - тип белдерә Радим Ғариф улы.