Аҙ тәьмин ителгән ғаилә статусын билдәләгәндә мөрәжәғәт иткәнгә тиклемге өс тулы айҙың килеме иҫәпкә алына ине.
Ғаилә ағзаһы 2022 йылдың 1 мартынан эшен юғалтып, эшһеҙ булараҡ теркәлә икән, уның алдағы айҙар өсөн түбәндәге килемдәре иҫәпкә алынмай:
Социаль контрактты йәшәгән урын буйынса Халыҡты социаль яҡлау үҙәктәрендә төҙөргә мөмкин. Унда контракт төҙөү шарттары һәм ниндәй документтар алып килергә кәрәклеге хаҡында аңлатырҙар.
Социаль контрактты 3 айҙан 12 айға тиклем төҙөргә мөмкин. Килешеүҙең суммаһы 30 меңдән алып 250 меңгә тиклем булыуы ихтимал.
Башҡортостанда 2022 йылда программаны финанслауға 579,6 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Шуның 486,9 миллион һумы – федераль бюджеттан, 92,7 миллион һумы – республика ҡаҙнаһынан. Бүленгән аҡсаға 5250-нән ашыу контракт төҙөү планлаштырыла.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.