Тәслимә СИРАЖИЕВА.
Дүртөйлө ҡалаһы.
Эйе, инә. Ләкин уның ҡайһы бер шарттары бар. Килешеү закон буйынса һәм эш биреүсенең тейешле түләүҙәрҙе түләп барыуы тураһындағы документ нигеҙендә төҙөлгән булырға тейеш. Стажға индерелә торған эшләү осоро килешеү ғәмәлдә булған һәм тейешле түләүҙәр түләнгән ваҡыттан сығып иҫәпләнә. Әгәр ҙә килешеүҙең ғәмәлдә булыу ваҡыты билдәләнмәгән булһа, эш стажы түләүҙәрҙән сығып иҫәпләнә (страховка пенсияһын билдәләү өсөн уны иҫәпләү һәм раҫлау ҡағиҙәләренең 13-сө бүлеге, Рәсәй Хөкүмәте тарафынан 2014 йылдың 2 октябрендә раҫланған).
Теркәү ваҡытынан һуң эш стажы шәхси иҫәп мәғлүмәттәре менән раҫлана. Ул мәғлүмәттәр Пенсия фондында булырға тейеш.