“Өфө” аэропортында 2-һенән 3 апрелгә ҡарай төндә Красноярский ҡалаһына тәүге рейс ебәрелде. Ул – транзит рейс. Үҙенең юлын Минераль һыуҙарҙа башлай һәм Өфөлә туҡталыш яһап, Красноярскиға оса. Был маршрут буйынса «Азимут» авиакомпанияһының SSJ-100 самолеттары аҙнаһына ике тапҡыр шаршамбы һәм йәкшәмбе көндәре осоштар яһаясаҡ.
Рейс иң беренсе онлайн теркәлгән пассажирҙы аэропорт һәм авиакомпнаия вәкилдәре ҡотланы.
Фото:Башинформ.