Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель 2022, 12:25

Бөгөн – кофемолканың "тыуған" көнө

Заманса ҡулайлама барлыҡҡа килгәнсе, ҡул тирмәндәре популяр булған. Ҡәһүә яратыусылар тарттырылған кофеның тәмен яҡшы белә. 

Бөгөн – кофемолканың "тыуған" көнө
Бөгөн – кофемолканың "тыуған" көнө

Ҡәһүәне лә махсус һауытта тартҡандар. Кофемолканы кем һәм ҡасан уйлап сығарғаны әлегәсә теүәл генә билдәле түгел. Ул мини-тирмәнгә 1928 йылдың 3 апрелендә патент алынған. Ике фараз бар шулай ҙа: 1) тәүге кофемолканы яһаусы тимерсе булған, Англияла йәшәгән һәм 2) ул булған аппаратты камиллаштырған ғына. Баҡһаң, ҡәһүә тартҡыс тирмән 1655 йылда уҡ булған.

Төрөк кофемолкаһы иң яҡшыларҙан һанала.

Ҡәһүә яратыусылар, уның тап тарттырылғаны еҫе менән дә, тәме менән дә айырылып тора, ти. Ә һеҙ был эсемлек менән дуҫмы? Әллә сәйхурһығыҙмы? 

Бөгөн – кофемолканың "тыуған" көнө
Бөгөн – кофемолканың "тыуған" көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: