Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель 2022, 14:23

15 апрелдән сертификаттар бирелә башлай

Пенсионерҙар һәм инвалидтарға субсидия алыу мөмкинлеге булдырыла. Бушҡа түгел, бер программала ҡатнашыусыларға.

15 апрелдән сертификаттар бирелә башлай
15 апрелдән сертификаттар бирелә башлай

Өлкән йәштәгеләргә һәм инвалидтарға туристик юлламалар хаҡын кире ҡайтарыу буйынса сертификаттар тапшырыла башлай. Был “Башҡортостан Республикаһында эске туризмды үҫтереү” дәүләт программаһының ”Башҡортостанда социаль туризмдың ролен үҫтереү һәм көсәйтеү” йүнәлешен ғәмәлгә ашырыу буйынса башҡарыла.

Сертификаттарҙы халыҡты социаль яҡлау үҙәктәре филиалдарында, “Ғаилә” район-ара үҙәктәрендә теркәлеү урыны буйынса алырға мөмкин.

2022 йылда белгестәр республика буйлап 165 социаль тур билдәләгән. Быйыл 905 кешене туристик юллама менән тәьмин итеү күҙаллана. Һаулығығыҙ мөмкинлек бирһә, үҙебеҙҙең матур төбәктәргә ял итергә сығып килегеҙ, өлкәндәр.

Турҙар исемлеге ошонда: https://mintrud.bashkortostan.ru/about/programms/6668/

Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.

15 апрелдән сертификаттар бирелә башлай
15 апрелдән сертификаттар бирелә башлай
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: