Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Апрель 2022, 15:05

Свердловск башҡорттары Екатеринбургта концерт ҡуйҙы

Ул Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналды.  

Свердловск башҡорттары Екатеринбургта концерт ҡуйҙы
Свердловск башҡорттары Екатеринбургта концерт ҡуйҙы

Екатеринбург ҡалаһының "Елизаветинский" мәҙәниәт йортонда "Йәдкәр дуҫтарын йыя" тип исемләнгән ҙур концерт программаһы ҡуйылды. Унда Фәймә Йосопова етәкселегендәге "Йәдкәр" башҡорт халыҡ театр коллективы артистары һәм Свербловск өлкәһенең Башҡорт үҙәге ағзалары ҡатнашты.

Сағыу, бай йөкмәткеле тамаша хореограф Айгөл Ишбирҙина- Миндийәрова әҙерләгән "Ҡурай" бейеү композицияһы менән башланып китте. Артабан театр коллективы "Нәҫел дауамы - уландар" исемле йырлы-бейеүле тамаша тәҡдим итте. Концертта шулай уҡ өлкәнең Первоуральск ҡалаһы һәм Садовый ҡасабаһы артистары ла ҡатнашты. Башҡорт халҡының мәҙәниәтен, сәнғәтен ҡарап кинәнгән тамашасылар һәр сығышты көслө алҡыштар менән оҙатты.

Башҡорт мәҙәниәтен тәҡдим итеүсе артистарҙы Свердловск өлкәһенең Йәмәғәт палатаһы эксперты Рәфғәт Исмәғилев, дин әһеле Айнур Закиров, "Ләйсән" башҡорт һәм татар коллективы етәксеһе ("Садовый" ҡасабаһы) Фларида Вилданова, "Урал моңдары" коллективы етәкселәре Эльмира һәм Булат Ғайбатовтар (Первоуральск ҡалаһы) Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Руслан Һаубановтар сәләмләп үтте.

Концерт аҙағында Фәймә Фәхритдин ҡыҙы Йосопова "Елизаветинский" мәҙәниәт йорто етәкселегенә, кисәлә ҡатнашҡан артистарға, битараф ҡалмаған етәкселәргә һәм тамашасыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Пандемия осоронда күрешеп аралашыуға һыуһаған башҡорттар сара тамамланғас та, таралашырға ашыҡманы. Улар киләсәктә бындай сараларҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк, тигән фекер еткерҙе.

 

С приветственным адресом организаторам и участникам праздника выступили: помощник депутата Законодательного Собрания Свердловской области, эксперт Общественной палаты Свердловской области Рафхат Исмагилов; общественный и религиозный деятель Свердловской области Айнур Закиров; руководитель местной религиозной общественной организации "Ислам нуры" и творческого коллектива башкирской и татарской культуры "Ляйсан" Центра культуры и досуга "Садовый" Фларида Вильданова; руководители творческого коллектива башкирской и татарской культуры "Урал моңдары" города Первоуральска Булат Гайбатов, Эльмира Гайбатова, методист Башкирского историко-культурного центра в Свердловской области Руслан Саубанов.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: