

Приют ҡасабаһында 46 йәшлек ҡатын үҙенең улын үлтереүҙә ғәйепләнә.
Үлтереүҙе тикшереүҙе (Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 105-се статьяһының 1-се өлөшө) Бәләбәй район-ара тәфтиш бүлеге алып бара. Енәйәт 2022 йылдың 28 мартында ҡылына. Асыҡланыуынса, улар икеһе лә иҫерек булған. Ниндәйҙер мәлдә улар араһында низағ килеп тыуа, сөнки ғәйепләнеүсе улына артабан алкоголь ҡулланырға рөхсәт итмәгә.
Был хәл ҡатындың бысаҡ алып балаһының йөрәгенә сәнсеүе менән тамамлана. Шунан һуң ул "ашығыс ярҙам" саҡыртҡан, ләкин егет дауаханала йән биргән.
Әлеге ваҡытта тәфтишселәр шаһиттарҙан һорау алған, ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алынған.
Фото: Т. Аманов