Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Апрель 2022, 13:23

Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы спектакль ҡуйыла

Премьера Бөйөк Еңеү байрамы мәленә билдәләнгән.  

Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы спектакль ҡуйыла
Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы спектакль ҡуйыла

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының рус труппаһы Фәрит Әхмәҙиевтың "Герой йондоҙо" әҫәре буйынса спектакль әҙерләй. 22 йәшендә үк ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменән лайыҡ булған легендар яҡташыбыҙ тураһындағы тамаша сәхнәгә 6, 7, 9 май көндәрендә сыға.

Спектаклдең режиссеры - Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина, рәссамы - Юлиә Ғиләзова.

Ә театрҙың башҡорт труппаһы әлеге ваҡытта Леонид Соловьевтың "Хәйләһеҙ мажаралар" пьессаһы буйынса эш башланы. Премьера май аҙағына билдәләнгән. Әҫәрҙе башҡорт теленә актер Рәмзил Сәлмәнов тәржемәләгән, режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: