Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Апрель 2022, 13:46

Ковидҡа ҡаршы яңы вакцина теркәлде

Ул тәүгеләренән ныҡ айырыла. Нимәһе менәнме? Был хаҡта сайтта уҡығыҙ.  

Ковидҡа ҡаршы яңы вакцина теркәлде
Ковидҡа ҡаршы яңы вакцина теркәлде

РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы тәүге танауға эшләнә торған вакцинаны теркәне. Яңы Гам-Ковид-Вак вакцинаһы  Н.Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология ғилми-тикшеренеү үҙәгендә уйлап табылған.

 РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә,яңы  вакцинаны ковидҡа ҡаршы вакциналау менән шөғөлләнеүсе   медицина ойошмаһы шарттарында 18 йәштән ололарға ғына ҡулланыу рөхсәт ителә.

 Препарат ике компоненттан тора һәм махсус һиптергес ярҙамында    пациенттың танауына индерелә. Беренсеһен эшләткәндән һуң өс аҙнанан һуң икенсе компонентын эшләтергә мөмкин.

Фото:Башинформ.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: