Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Апрель 2022, 17:33

Кешенең холоҡ-фиғелен белгең килһә, көлөүенә иғтибар ит

Көлөү буйынса кешенең психотибын билдәләү ауыр түгел, ти ошоноң буйынса белгес Артем Павлов.  

Кешенең холоҡ-фиғелен белгең килһә, көлөүенә иғтибар ит
Кешенең холоҡ-фиғелен белгең килһә, көлөүенә иғтибар ит

Кешенең бөтә вербаль булмаған сигналдары ла тиерлек –  аңында, ә вербаль, мәҫәлән, телмәрҙе, киреһенсә, кеше аңлы рәүештә контролдә тота. Көлкө иһә улар араһындағы сик зонаһында урынлашҡан. Белгес һүҙҙәренсә, кеше һирәк көлһә йә тыйнаҡ йылмайыу менән сикләнһә, ул үҙенең хис-тойғоларын йәшерә. Йыш ҡына ундай кешеләр бының ни өсөн шулай эш ителгәнен аңламай. Белгес билдәләүенсә, бындай психотиплы кешеләр йыш ҡына үҙ тормошон төҙөлөш өлкәһе йәки етәкселеге менән бәйләргә хәл итә.

Киреһенсә, асыҡ һәм йәйелеп көлөү демонстрациялаусы психотиб билдәһе булып тора. Хис-тойғоларын асыҡ сағылдырған кешеләр иғтибар үҙәгендә булыуҙы өҫтөн күрә. Йыш ҡына улар ижади һөнәрҙәрҙе һайлай.

Борсоулы кешеләр, ҡағиҙә булараҡ, хис-тойғоларын асып һалмай һәм рәхәтләнеп көлөп тә бармай. Уларҙың көлөүе күберәк хихылдауға оҡшаған. Ундай кешеләр тупланған эште, мәҫәлән, бухгалтерияны, өҫтөн күрә.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: