Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Апрель 2022, 10:50

Көн торошо

Синоптиктар апрелгә фараз яһаны.

Көн торошо
Көн торошо

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, ошо айҙа уртаса айлыҡ һауа температураһының норманан 1,5 градусҡа юғары булыуы көтөлә (4,1 норма). Яуым-төшөмдөң дә норманан юғарыраҡ булыуы күҙаллана.

Алдан хәбәр ителгәнсә, ял көндәрендә һәм киләһе аҙна башында республика биләмәһенә Урта диңгеҙ циклоны өҫтөнлөк итә. Республиканың күпселек райондарында яуым-төшөм ошо циклондың фронталь бүлектәренә бәйле. Яуым-төшөм күбеһенсә ямғыр яуыуы көтөлә, республиканың төньяғында 2 апрелдә көслө ямғыр яуасаҡ. Һауа температураһы 3 апрелгә ҡарай төндә - 0-5, көндөҙ 7-12 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Был норманан 4-6 градусҡа күберәк. Рельефтың уйһыу урындарында ҡарҙың йылдам иреүе һәм ҡар һыуҙары баҫыуы көтөлә.

5 апрелдән 13-нә тиклем дала йылғаларының боҙҙан әрселеүе, 7-15 апрелдә иһә максималь кимәлдән үтеүе фаразлана.
5 апрелдән 13-нә тиклем дала йылғаларының боҙҙан әрселеүе, 7-15 апрелдә иһә максималь кимәлдән үтеүе фаразлана. Йылғалар асылғанда һыу күтәрелеүе һәм тораҡ пункттарҙы һыу баҫыуы ихтимал.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: