* Йөрәгегеҙ ауыртыуға зарланаһығыҙ икән, иртәнсәк бер көнгә етерлек дарыу әҙерләп ҡуйығыҙ. Бәләкәй генә киҫәк икмәкте дүрт өлөшкә бүлеп, һәр береһенә бер нисә тамсы бесәй үләне (валерьян) төнәтмәһе тамыҙығыҙ. Һәр 4 сәғәт һайын икмәк киҫәген ауыҙығыҙға ҡабып, яҡшы итеп сәйнәп йотоғоҙ
* Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн ҡырғыстан үткәрелгән кишергә йөҙөм йәиһә әстерхән сәтләүеге ҡушып әҙерләнгән салат ашағыҙ. Уға майонез урынына ҡаймаҡ ҡушыла. Бындай салатты даими ашағанда, мейе күҙәнәктәре яңыра һәм ҡан әйләнеше яҡшыра
* Ангинанан ҡотолоу өсөн теш таҙартҡан ваҡытта ауыҙығыҙҙы сайҡатҡанда тәүгеһендә һыуҙы төкөрөгөҙ, икенсе ҡат сайҡатҡанда тамағығыҙҙы ла сайҡатырға онотмағыҙ. Быны ғәҙәткә индерһәгеҙ, тамаҡ ауыртыуының нимә икәнен бик тиҙ оноторһығыҙ.
* Ашҡаҙан сей яраһынан, эсәктәр ауыртҡанда тауыҡ йомортҡаһын бер ҡалаҡ он менән бутап, ас ҡарынға эсегеҙ. Дауаланыу курсы – 10 көн. Был рецепт күп тапҡыр һыналған.
* Үҙәк көйөүҙән ни бары 5 – 6 йөҙөм ашау ғына кәрәк. Тәүҙә йөҙөмдө һәр саҡ үҙең менән алып йөрөргә тура килһә, һуңынан кәрәге ҡалмаясаҡ, ауырыу яйлап үтер.
Фото:Т.Аманов.