Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Апрель 2022, 22:18

Файҙалы кәбеҫтәләр

Кәбеҫтәнең төрлөһө бар. Һәр береһен ашауға ғына түгел, ә сәләмәтлекте һаҡлауға, дауаланыуға ла файҙаланырға була.

Файҙалы кәбеҫтәләр
Файҙалы кәбеҫтәләр

Мәҫәлән, ҡыҙыл күсәнле кәбеҫтә бронхиттан һәм көслө йүткереүҙән дауа, тиҙәр. Уны ваҡлап турап (100 г), бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәт төнәтергә лә, һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр эсергә.

Сәскәле кәбеҫтәнең һуты менән гастриттан, диабеттан, бауыр сиренән дауаланырға була. Бының өсөн 150-шәр грамм кәбеҫтә һәм кишер һуттарына өс ҡалаҡ бал, 250 мл һөт ҡушырға кәрәк. Эсемлекте ашарҙан алда эсергә.

Брокколи ҙа витаминдарға, файҙалы матдәләргә бай. Уны бешереп, простатиттан дауа рәүешендә лә ҡулланалар икән. 100 г брокколиға 250 мл һыу һалырға ла, биш-ете минут ҡына бешерергә. Көн дауамында шуны әҙ-әҙләп ҡабул итергә.

Пекин кәбеҫтәһе йоҡоһоҙлоҡтан ҡотҡара. 100 г кәбеҫтә япрағын 200 мл һыуға һалып, 20 минут бешерергә лә, һөҙөп, төнгөлөккә эсергә.

Файҙалы кәбеҫтәләр
Файҙалы кәбеҫтәләр
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: