Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Апрель 2022, 07:00

Баланы атаһы тәьмин итергә теләмәһә...

Ҡыҙым бер бала менән иренән айырылды. Кейәү һирәкләп улы янына килеп, хәлен белеп китә.

Күптән түгел ҡыҙым, алимент талап итеп, уны судҡа бирҙе. Атаһы баланы тәьмин итергә теләмәй, әммә аҙнаның 3 – 4 көнөнә уны үҙе янына алып ҡайтырға риза икәнлеген әйтте. Йәғни бала әсәһе менән дә, атаһы менән дә бер тигеҙ ваҡыт бергә буласаҡ. Әлеге осраҡта алимент талап итеүҙән ниндәйҙер фәтүә бармы?                    

Гөләндәм ҒАРИПОВА. 
Салауат районы.

Баланың ата-әсәһе айырым йәшәһә, улар бала менән аралашыу, уны тәрбиәләү буйынса бер тигеҙ хоҡуҡҡа һәм бурысҡа эйә. Әгәр ҙә үҙ-ара килешә алмайҙар икән, уларҙың береһе судҡа мөрәжәғәт итә ала. Алиментҡа килгәндә, өйләнешкән булыу ҙа уны түләүҙән азат итмәй. Ата-әсә балаларын тәьмин итеп торорға тейеш. Әгәр ҡыҙығыҙ иренән алимент түләт­тереү тураһында ғариза бирергә теләһә, ул быға һәм шулай уҡ иренең бала менән аралашыу, уны тәрбиәләү тәртибе тураһында яҙма килешеү (кәрәк булһа – суд аша) төҙөтөргә хоҡуҡлы. Нисек кенә булһа ла, бала ата-әсәһе араһындағы низағ арҡаһында зыян күрергә тейеш түгел. Улар икеһе лә баланың сәләмәтлеген, уның әхлаҡи һәм рухи тәрбиәһен   ҡайғыртыуға күп көс һалырға бурыслы.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: