Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Апрель 2022, 11:45

«Йәсин» сүрәһенең хикмәттәре

Кем дә булһа «Йәсин»ды уҡыһа, Аллаһы Тәғәлә ул бәндәгә нәҡ ун мәртәбә Ҡөрьән уҡып сыҡҡан ҡәҙәре сауап яҙыр. 

«Йәсин» сүрәһенең хикмәттәре
«Йәсин» сүрәһенең хикмәттәре

*«Йәсин» сүрәһе Мәккәлә ингән, 83 аяттан тора. Мөхәммәт ғәләйһиссәләм был сүрәне Ҡөрьәндең йөрәге тип атаған.
*Хәҙрәти Әнәс былай тигән: «Рәсүлүллаһ саллалаһу ғәләйһис-сәләм әйтте: «Кем дә булһа «Йәсин»ды уҡыһа, Аллаһы Тәғәлә ул бәндәгә нәҡ ун мәртәбә Ҡөрьән уҡып сыҡҡан ҡәҙәре сауап яҙасаҡ». Был хәҙис-шәриф «Йәсин» сүрәһенең бөйөклөгөнә, олуғ дәрәжәһенә асыҡ дәлилдер. 
*Әбү Һүрайранан хәҙис: «Пәйғәмбәребеҙ былай тип әйткән: «Кем дә булһа төндә «Йәсин» сүрәһен Аллаһ ризалығына ирешәм тип уҡыһа, Аллаһы Тәғәлә ул бәндәне шул төндә ғәфү итәлер». 
*Хәҙрәти Ғәли радыйаллаһу-ғәнһүнән хәҙис: «Рәсүлүллаһ саллалаһу ғәләйһис-сәләм әйткән: «Кем булһа ла «Йәсин» уҡығанды тыңлаһа, Аллаһ юлында егерме алтын аҡса таратҡан шикелле, уҡыһа, егерме хәжәткә ирешкән шикелле булыр. Кем уны тәрилкәгә зәғферән менән яҙып, шуны сайҡап һыуын эсһә, уның ашҡаҙанына мең дауа, мең хаҡлыҡ, мең нур, мең бәрәкәт, мең мәрхәмәт һәм ризыҡ инер, һәр ауырыу һәм яуызлыҡ сығып китер». 
*Төн уртаһында «Йәсин»ды уҡыған кеше мораҙына ирешер (хәҙис-шәрифтән). Бәлки, шуға күрә рәсүлебеҙ: «Өммәтем кешеләренең һәр береһенең йөрәгендә «Йәсин» булыуын ни ҡәҙәр мин теләр инем», – тигән. 
*Хәҙрәти Әбү Ҡалләбә радыйаллаһу-ғәнһү әйткәнсә, «Йәсин» сүрәһен уҡыған кеше мәғрифәткә ирешер. Әгәр ризығы аҙ булып, бар кешегә лә етмәҫлегенән ҡурҡҡан бәндә сүрәне ризығы янында уҡыһа, ул ризыҡ бөтөн кешегә лә етер. Йөклө ҡатын янында «Йасин» уҡылһа, балаһын еңел табыр. 
*Кем дә булһа йөрәген ҡырыҫ, тип һанаһа, «Йәсин» сүрәһен тәрилкәгә зәғферән менән яҙып, шуны сайҡап һыуын эсһен. 
*Күҙ һәм ашҡаҙан ауырыуҙарынан зарланыусы кеше ауыртҡан еренә ҡулын ҡуйып, сүрәнең беренсе 5 аятын уҡып торһон. Ин шә Аллаһ, шифаһын табыр. 
*«Ҡәҙер», «Мәүлит» кистәрендә иртәнге ваҡытҡа табан камил тәһәрәт алып, Ҡиблаға йүнәлеп, 41 мәртәбә «Йәсин»де уҡып, Аллаһҡа хәжәтеңде асһаң, мораҙыңа ирешәһең. 
*«Йәсин» сүрәһе – Раббыбыҙҙың бер хазинаһылыр. Уны 7, 21, 41 мәртәбә уҡыған кеше вәсвәсә, шикләнеү-шөбһәләнеүҙән ҡотолор. Аллаһы Тәғәлә уға донъя-әхирәт бәхеттәрен насип итер. Мохтаж кеше хужа-түрәләр янына был сүрәне 7, 21, йәки 41 мәртәбә уҡып инһә, хәжәте үтәлер.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: