Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Апрель 2022, 11:36

«Йәшлек» менән ҡар-бурандар ҙа ҡурҡыныс түгел...

Бөгөн баш мөхәрриребеҙ Артур Дәүләтбәков Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан Рәйсә һәм Рәил Ғәлиевтарға ҡар таҙартҡыс машинаһы тапшырҙы! Улар гәзитебеҙгә яҙылып, «Яҙыл һәм бүләк от» конкурсында еңеү яулағайны.

«Йәшлек» менән ҡар-бурандар ҙа ҡурҡыныс түгел...
«Йәшлек» менән ҡар-бурандар ҙа ҡурҡыныс түгел...

Ярты йыл һайын яҙылыусыларыбыҙ «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто тарафынан үткәрелгән «Яҙыл һәм бүләк от» конкурсында ҡатнашып, ҡиммәтле бүләктәр отоу мөмкинлегенә эйә. Бының өсөн 2 баҫмаға – бер республика һәм бер район баҫмаһына яҙылыу шарт.

Быйыл йәнә иң ҡиммәтле бүләктәрҙең береһе беҙҙең яҙылыусыбыҙ бәхетенә төштө. Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан «Йәшлек» һәм «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзиттәренә яҙылған Рәйсә һәм Рәил Ғәлиевтар ҡар таҙартҡыс машина отто. Бөгөн баш мөхәрриребеҙ Артур Хәсән улы Дәүләтбәков еңеүселәргә бүләкте алып барып тапшырҙы. Был шәп техниканы ҡыуанып, имен-аман тотонорға яҙһын, Ғәлиевтар!

«Йәшлек» менән ҡар-бурандар ҙа ҡурҡыныс түгел... Беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ! Әйткәндәй, 4 апрелдә Башҡортостандың барлыҡ почта бүлексәләрендә һәм podpiska.pochta.ru сайтында льготалы тарифтар буйынса матбуғатҡа яҙылыуға Бөтә Рәсәй ун көнлөгө уҙасаҡ.

2022 йылдың тәүге яртыһына “Йәшлек” гәзитенә ташлама менән яҙылыу мөмкинлеге бар - ул 789,30 һум тәшкил итәсәк. Был тәүҙә билдәләнгән хаҡтан 12 процентҡа кәмерәк.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: