Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Апрель 2022, 15:14

Ҡурҡыныс йоғошло сире булған ҡатын ҡасып йөрөгән

Уны суд приставтары ла эҙләгән.

Ҡурҡыныс йоғошло сире булған ҡатын ҡасып йөрөгән
Ҡурҡыныс йоғошло сире булған ҡатын ҡасып йөрөгән

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре көн һайын тиерлек туберкулездан дауаланырға кәрәк булған граждандарҙы дауаханаға һалырға булышлыҡ итә.

Стәрлетамаҡта йәшәүсе бер ҡатын ауыр йоғошло сире булыуға ҡарамаҫтан, тикшерелмәгән дә, дауаланмаған да, үҙенең һәм башҡаларҙың һаулығына төкөрөп ҡараған һәм ҡасып йөрөгән. Уны суд приставтары табып, ашығыс ярҙам медиктары бригадаһы контроле аҫтында тикшереү һәм артабан дауалау өсөн мәжбүри рәүештә дауаханаға оҙатҡан.

Әйткәндәй, былтыр приставтар шундай 30 суд ҡарарын үтәгән, уларға ярашлы, тикшереүгә һәм дауалауға мохтаж кешеләр республиканың профилле медицина учреждениеларына килтерелгән. Ағымдағы йыл башынан алып 8 суд ҡарары үтәлгән.

Үҙ һаулығығыҙға битараф булмағыҙ! Тикшерелеп тороғоҙ!

 

Фото: ФССП России по Республике Башкортостан (vk.com)

Ҡурҡыныс йоғошло сире булған ҡатын ҡасып йөрөгән
Ҡурҡыныс йоғошло сире булған ҡатын ҡасып йөрөгән
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: