Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Апрель 2022, 13:30

Татлы борос үҫтереү серҙәре

Татлы борос орлоғо тиҙерәк шытһын өсөн.

Татлы борос үҫтереү серҙәре
Татлы борос үҫтереү серҙәре

 

Боростан яҡшы уңыш алыу өсөн уны яҡшылап тәрбиәләргә кәрәк. Был үҫемлек йылы ярата. Беҙҙең Башҡортостан шарттарында баҡсасылар уны күберәк теплицала үҫтерәләр.

 Был йәшелсә күсереп ултыртыуҙы ауыр кисерә. Шуға ла  уны бәләкәй стакандарға йәки торфлы һауыттарға сәсегеҙ. Тамыр системаһы бик әкрен үҫешеү сәбәпле, ҙур көршәктәр кәрәкмәй. Тупраҡ ике өлөш янған тиреҫтән, бер өлөш ҡомдан, бер өлөш ябай тупраҡтан торорға тейеш. 1 кг был ҡатнашмаға бер ҙур  ҡалаҡ көл ҡушығыҙ.

Татлы борос орлоғон сәсер алдынан  бүртһен өсөн +50 градустағы эҫе һыуҙа биш сәғәт тотоп алалар. Ошолай эшләгәндә, орлоҡтар тиҙ генә шытып сыға.  Үрсетмәләр үҫкән бүлмә температураһы +26...+28 градус, кис +10...+15 градус булырға тейеш. Һыуҙы кәрәгенән артыҡ күп һибергә ярамай. Үрсетмәнең һабағы сирләйәсәк. Һыуҙы йылытып һибегеҙ. Бүлмә һауаһы ҡоро булғанда,  үҫентеләргә һыу бөркөп алырға ла онотмағыҙ. Иң мөһиме   - боросҡа яҡтылыҡ кәрәк. Көндәр йылытҡас, тышҡа сығарып сыныҡтыра башлағыҙ.  +13 градустан түбән булған һауа температураһында борос өшөй.

 

Фото:vosadu-li-vogorode.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: