-2 °С
Ясна
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрө районы буйынса бүлегенә мутлашыусылар тураһында хәбәр менән 34 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ҡатын социаль селтәрҙә кредит биреү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү хаҡында иғлан күреп, шунда яҙып ебәргән. Хеҙмәттәр күрһәткән өсөн аванс ебәргән - 10 мең һум. Ә һуңынан ҡатындан тағы 160 мең һум һорап алғандар. Әлеге ваҡытҡа тиклем бер кем дә ҡатынға бер ниндәй ҙә хеҙмәт күрһәтмәгән, әлбиттә...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.