Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Апрель 2022, 12:45

Сәләмәтлеккә ынтылыш

Радий Хәбиров республикала физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөүҙе дауам итәсәктәрен белдерҙе.

Сәләмәтлеккә ынтылыш
Сәләмәтлеккә ынтылыш

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, республиканың һәр кешеһе спорт менән шөғөлләнә алһын өсөн шарттар булдырыласаҡ.

"Беҙ шуға ынтылабыҙ. Балалар дәрестән һуң шөғөлләнһен өсөн. Өлкәндәр көнкүреш проблемаларынан арынһын өсөн. Спорт һәр кемдең тормошонда норма булһын өсөн..." - тип яҙған Радий Фәрит улы.

БР Башлығы Борайҙа төҙөлөп ятҡан ФОК хаҡында ла һөйләй. Уны был йыл аҙағына тапшырыу күҙаллана.

"Республикала ошондай объекттар төҙөүҙе дауам итәсәкбеҙ. Эште туҡтатмайбыҙ. Был - беҙҙең һаулыҡ һәм киләсәк", - ти Хәбиров.

Фото: vk.com (Р. Хәбировтың шәхси сәхифәһенән)

 

Сәләмәтлеккә ынтылыш
Сәләмәтлеккә ынтылыш
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: