Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Апрель 2022, 13:05

Премияға кемдәр лайыҡ булды?

Күгәрсен районында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемендәге премия тапшырылды.

Премияға кемдәр лайыҡ булды?
Премияға кемдәр лайыҡ булды?

Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә, әҙәби премияны тапшырыу тантанаһы Туйөмбәт ауылындағы Зәйнәб Биишева музейында үткән. Быйыл күренекле әҙибәбеҙ исемендәге район премияһына журналистика ветераны Роберт Собханғолов, ете китап авторы Зөлфиә Хәйбуллина, район мәҙәниәт һарайы методисы Мәҙинә Рәхмәтуллина лайыҡ булған.

Уларға һаулыҡ, бәхет, ижаби уңыштар теләйбеҙ!

Фото һәм сығанаҡ: Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы (vk.com)

Премияға кемдәр лайыҡ булды?
Премияға кемдәр лайыҡ булды?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: