Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Апрель 2022, 19:20

Ҡоро печеньенан пирожный

Хужабикәләр, был тәмлекәсте мәшәҡәтһеҙ генә әҙерләп алырға була.

Ҡоро печеньенан пирожный
Ҡоро печеньенан пирожный

400 грамм ҡоро печенье, 150 грамм иретелгән аҡ май ,

бер банка ҡуйыртылған һөт , 2–3 ҡалаҡ какао кәрәк.

Ҡоро печеньены ит үткәргестән сығарырға.  Уға иретелгән аҡ май, какао,ҡуйыртылған һөт ҡушып, барыһын бергә бутарға һәм колбаса формаһында эшләп, полиэтилен моҡсайға һалып, һыуытҡысҡа ҡуйырға. Иртәнгә тәмле, татлы  «колбаса» әҙер ҙә була.

Был тәмлекәскә сәтләүек тә ҡушырға мөмкин.

 

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: