Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Апрель 2022, 18:03

Кеше талаусы ир тотолған

Енәйәт эштәрен тикшереү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре ике фактҡа бер үк кешенең ҡыҫылышы барлығын асыҡлаған. Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алынған.

Кеше талаусы ир тотолған
Кеше талаусы ир тотолған

Өфөлә бер ир популяр сайтҡа 20 мең һумға телефонын һатыу тураһында иғлан бирә. Шунда уҡ уға йәш ир шылтыратып, телефонды үҙ күҙҙәре менән күрергә теләүен белдергәс, күрешергә һөйләшәләр. Осрашҡас, йәш ир, аҡсаны күсерҙем, тип скриншот күрһәтә. Әммә гаджет хужаһы уға ышанмай, миңә аҡса күсеү тураһында хәбәр килмәне, тип китә башлағас, ғәйепләнеүсе уның йөҙөнә боросло баллондан һиптереп, телефонды эләктерә лә, ҡаса... 

Бер нисә көндән полицияға 19 йәшлек егет мөрәжәғәт итә. Был егет мессенджерҙарҙың береһе аша ҡыҙ менән танышҡас, һылыуҡай уны яҡындан танышырға үҙенә ҡунаҡҡа саҡыра. Ҡыуанған егет Рихард Зорге урамындағы йортҡа килә. Тик ҡыҙ яңғыҙы булмай - янында йәш ир ҙә була шул. Бер аҙ аралашҡас, танышыуҙы "йыуалар". Эсеп ултырғанда ир-егеттәр араһында бәхәс ҡубып, ғәйепләнеүсе ир егеттең кеҫә телефонын талап ала һәм, бысаҡ менән янап, аҡсаһын үҙенә күсерттерә. Зыян күләме 72 мең һумдан ашыуыраҡ.

Эҙләү саралары барышында республика Эске эштәр министрлығының енәйәтте тикшереү бүлеге һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының 6-сы полиция бүлеге хеҙмәткәрҙәре енәйәттәрҙә ғәйепләнеүсене тотҡан. 27 йәшлек ир әлеге ваҡытта һаҡ аҫтында.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: