Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Апрель 2022, 13:00

Карапта Башҡортостан егеттәре хеҙмәт итәсәк

  Алыҫ Көнсығыш сиктәрен һаҡлаясаҡ экипажда 52 кеше хеҙмәт итәсәк.   Егеттәр, теләгегеҙ булһа , һеҙ ҙә "Өфө" һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итә алаһығыҙ.  

Карапта Башҡортостан егеттәре хеҙмәт итәсәк
Карапта Башҡортостан егеттәре хеҙмәт итәсәк

«Өфө» һыу аҫты кәмәһе Ҡыҙыл Байраҡлы Тымыҡ океан флотында, Владивосток ҡалаһында буласаҡ. Беҙҙең республика уны шефлыҡҡа ала. Был –Башҡортостан ҡарамағында булған икенсе субмарина.

Алыҫ Көнсығыш сиктәрен һаҡлаясаҡ экипажда 52 кеше хеҙмәт итәсәк.

БР Башлығы Радий Хәбировтың билдәләүенсә, шефлыҡҡа алынған карапта хәрби бурыстарын үтәргә иң яҡшы Башҡортостан егеттәре ебәреләсәк. Хәрбиҙәрҙе һауыҡтырыу, ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күреүҙе республика үҙ өҫтөнә ала. Моряктар беҙҙә уҙғарылған хәрби-патриотик сараларҙа ҡатнашыуға ла йәлеп ителәсәк.

 

Фото: topdialog.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: