Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Апрель 2022, 12:35

Ит менән үҙебеҙҙең фермерҙар тәьмин итә

   Дүртөйлө фермеры Әлфит Закировтың  билдәләүенсә, санкциялар үҙебеҙҙә ауыл хужалығын тағы ла үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк. 

Ит менән үҙебеҙҙең фермерҙар тәьмин итә
Ит менән үҙебеҙҙең фермерҙар тәьмин итә

Дүртөйлө районындағы   «ЗАиРАгро»  яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте  етәксеһе Әлфит Закиров ит алыу өсөн һыйыр малы үрсетеү менән шөғөлләнә. Был эшкә ул 2006 йылда тотонған. Иң тәүҙә фермер 60 Бестужев тоҡомло быҙау һәм ике  Лимузин  тоҡомло үгеҙ һатып алған. Уларҙы уңайлы шарттарҙа аҫырау өсөн  өсөн кәрәкле бөтә бүлмәләрҙе лә  йыһазландыра. 16 йыл эсендә малдар һанын 500 берәмеккә еткерә.

Ит ит комбинаттарына, сауҙа нөктәләренә һатыла. Яңыраҡ Герефорд тоҡомло быҙауҙар һәм үгеҙҙәр алғандар. Был малдар талымһыҙ, мәрмәр ите булған итле тоҡом һанала.

Районда эре мөгөҙлө малды үрсетеү менән шөғөлләнеүселәр күп. Сит илдән ит һатып алғансы, күп сауҙа нөктәләре экологик яҡтан таҙа иткә өҫтөнлөк бирә.

 Фермер билдәләүенсә, санкциялар үҙебеҙҙә ауыл хужалығын тағы ла үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк. Яҡын киләсәктә Әлфит Әбелфәтих улы тағы 25 Герефорд тоҡомло мал һатып алырға, сәсеүлек майҙандарын киңәйтергә ниәтләй. Әле «ЗАиРАгро»  яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә 11 кеше эшләй.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: