Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Апрель 2022, 21:48

Башҡорт егеттәре ни өсөн спорт менән шөғөлләнмәй?

Өфөлә студенттар араһында бокс буйынса универсиадала ҡатнашҡан БДУ магистранты Адик Шәймәрҙәновты ошо һорау бик борсой. Ә һеҙ ни әйтерһегеҙ, дуҫтар?

Башҡорт егеттәре ни өсөн спорт менән шөғөлләнмәй?
Башҡорт егеттәре ни өсөн спорт менән шөғөлләнмәй?

28-нән 31 мартҡа тиклем Башҡорт дәүләт аграр университетының спорт комплексында вуздар араһында бокс буйынса универсиада ярыштары уҙҙы. Ике көн дауамында алты юғары уҡыу йорто – БДУ, БДАУ, ӨДАТУ, БФКИ, БДМУ һәм ӨДНТУ бокссылары рингта көс һынашты. 

Универсиада һөҙөмтәләренә килгәндә, аграр университеттың йыйылма командаһы йәнә алдынғылыҡты бирмәне (50,5 мәрәй), икенселә Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары (47 мәрәй), Башҡорт дәүләт университеты командаһы бер мәрәйгә генә ҡалышып, өсөнсө урын яуланы.

Башҡорт дәүләт университетының пьдесталға күтәрелеүендә Учалы егете, магистрант Адик Шәймәрҙәновтың да өлөшө ҙур. Ул ярышта көмөш миҙалға лайыҡ булған. Кикбоксинг буйынса универсиада чемпионын быйылғы бәйгелә башҡорт егеттәренең һирәк ҡатнашыуы борсой. Уның һүҙҙәренсә, һәр башҡорт егете үҙен һәм яҡындарын яҡлай белергә, спорт менән шөғөлләнергә тейеш.  

Видео: Адик Шәймәрҙәнов

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: