Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Апрель 2022, 11:30

Бөгөн – долларҙың тыуған көнө

Ә һеҙҙең был валютағыҙ бармы? Ғөмүмән, ҡасан да булһа, тотоп ҡаранығыҙмы? Хет нишләгеҙ – беҙҙең һум уны ҡыуып етә алмай әле...

Бөгөн – долларҙың тыуған көнө
Бөгөн – долларҙың тыуған көнө

Америка доллары, йәғни милли аҡсаһы, бынан 244 йыл элек барлыҡҡа килгән. Ошоғаса донъя баҙарында нығынған урынынан әллә ни аҫҡа тәгәрәгәне юҡ. Евро барлыҡҡа килһә лә, доллар бирешмәй, тиеүебеҙ.

Тарихы шундай: 1776 йылда АҠШ үҙаллылығын иғлан иткәндән һуң, дәүләт аҡса берәмеген эшләй башлай. Һәм ике йылдан, 1778 йылдың 1 апрелендә долларҙың билдәһе лә барлыҡҡа килә. 1785 йылдағы Конгреста милли валютаһы рәсми раҫлана.

Шуныһы ҡыҙыҡ: долларҙың заманса биҙәлеше авторы Сергей Макроновский тигән Рәсәй эмигранты, рәссамы, имеш. Тик документаль дәлдиле юҡ. Әммә 1928 йылдарҙа Америкала шундай кешенең йәшәүе билдәле. Макроновский рәссам һәм сәйәхәтсе Н. Рерихтың псевдонимы тигән дә фараз бар.

Бөгөн – долларҙың тыуған көнө
Бөгөн – долларҙың тыуған көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: