Йәүҙәт СӘЛИМЙӘНОВ.
Сибай ҡалаһы.
Етәкселектең был ғәмәле законға ярашлы түгел. Эш ҡалдырыу – ул етди сәбәптәрҙән башҡа ғына эш урынында булмау. Ә һеҙҙең ундай сәбәп бар. Тимәк, эштән ҡыуылыуығыҙ законһыҙ. Ә бына тәртип боҙоуға ҡағылышлы яза (киҫәтеү, шелтә) бирергә мөмкин ине. Сөнки һеҙ эшкә килмәүегеҙ тураһында етәкселекте алдан иҫкәртергә тейеш инегеҙ. Ғәҙәттә, эш биреүсе башта сәбәптәрҙе асыҡларға тырыша, әммә һеҙҙең осраҡта ул ашыҡҡан. Һеҙ ғәҙеллеккә ирешә алаһығыҙ.
Эшкә килмәүегеҙҙең сәбәбен дәлилләү өсөн ҡан тапшырыу урынынан справка алып, башта уны (йә күсермәһен) етәкселеккә тапшырығыҙ һәм, эшкә ҡайтарыуҙарын һорап, ғариза яҙығыҙ. Әгәр ҙә улар яуап бирмәһә, эштән ҡыуылыуығыҙҙы законһыҙ тип табыу өсөн судҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Элекке эш урынында эшләргә йыйынмаһағыҙ ҙа, компенсация алыу һәм хеҙмәт кенәгәһендәге насар яҙманы үҙгәртеү артыҡ булмаҫ.