Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Март 2022, 18:06

Юл фажиғәләре - 30 март

Уҙған тәүлектә республика юлдарында туғыҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кеше һәләк булған, һигеҙ кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1900-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, 20 иҫерек водитель тотолған.

Юл фажиғәләре - 30 март
Юл фажиғәләре - 30 март

Бөгөн, 31 мартта, Благовещен районында, Өфө-Яңауыл автомобиль юлының 68-се саҡрымында, авария булған. Билдәле булыуынса, "Mercedes-L-350" юл ситендә торған "International" йөк машинаһына барып бәрелгән. "Mercedes-L-350" водителе һәләк булған. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: