Көйөргәҙе районында 29 мартта Лена һәм Яңы Муса ауылдары араһындағы трассала балалы әсә бәләгә тарыған. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 36 йәшлек ҡатындың машинаһының аккумуляторы ултырған. Ул ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратҡан һәм ҡотҡарыусыларҙы саҡырған.
- Бәләгә тарыусыларҙы яҡындағы тораҡ пунктына эвакуациялау өсөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре ярҙамға бара. Әммә ҡотҡарыу операцияһы ваҡытында юл таҙартып килгән трактор осрағас, ҡатын үҙенең автомобиленә кире ҡайтырға ҡарар иткән, – тип хәбәр итәләр ведомствола.
Фото: Т. Аманов