Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Март 2022, 06:57

ЦУР ярҙамында юлдар тәртипкә килтерелә

Социаль селтәрҙәрҙә яҙылған иң мөһим мөрәжәғәттәрҙең береһе - ул юлдар темаһы. Әлегә юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуҙы һорап яҙалар, әммә шул уҡ ваҡытта уны ремонтлау буйынса мөрәжәғәттәр ҙә бар.

ЦУР ярҙамында юлдар тәртипкә килтереләЦУР ярҙамында юлдар тәртипкә килтерелә
ЦУР ярҙамында юлдар тәртипкә килтерелә

Бер миҫал. Республика менән идара итеү үҙәгенең системаһына 259-сы балалар баҡсаһының тротуарын таҙартыу кәрәклеге тураһында хәбәр килә. Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, проблема тиҙ арала хәл ителде - тротуарҙы таҙарттылар.

Тағы ла бер яҡшы яңылыҡ - Өфө ҡалаһының Пархоменко урамындағы 101-се йорт ҡыйығынан һыу ағыу тураһында хәбәр килде. Совет районы коллегаларыбыҙ хәлде тиҙ арала хәл итте. Ҡарҙы таҙарттылар. Эштең киләһе этабы - ул йорттоң ҡыйығын ремонтлау.

Актуаль темалар:
-юлдар - 99 мәғлүмәт
-ТКХ - 64 мәғлүмәт
-иҡтисад һәм бизнес - 56 мәғлүмәт.

 Әйткәндәй, "иҡтисад һәм бизнес" темаһына социаль-иҡтисади өлкәһенә ҡағылған мөрәжәғәттәр инә. Яуаптарҙы “Аңлатабыҙ. Башҡортостан” ресурсында табырға мөмкин:https://vk.com/obyasnyaem102

 Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Республика менән идара итеү үҙәгенән БСТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуына тура бәйләнеште көн һайын 8.40 сәғәттә - рус, шишәмбе һәм кесаҙна 8.10 сәғәттә - башҡорт телендә ҡарағыҙ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас