Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Март 2022, 07:00

Өҫтәмә эштә рәсми теркәлеү кәрәкме?

Мин тулы штатҡа диспетчер булып эшләп йөрөйөм. Әлеге ваҡытта өҫтәмә эшкә урынлашыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Фирма етәксеһе унда мине рәсми рәүештә өҫтәмә эштә эшләүсе итеп теркәргә тәҡдим итә. Бының өсөн төп эш урынындағы етәкселектән рөхсәт һорарға кәрәкме?

Мөнирә ҒҮМӘРОВА.

Ейәнсура районы.

Юҡ, рөхсәт һорарға кәрәкмәй. Законда: “Эшсе төп эштән буш ваҡытта башҡа эш биреүсе менән (төп эштән ситтәге өҫтәмә эш) хеҙмәт килешеүе төҙөү хоҡуғына эйә”, – тип яҙылған (Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 60.1-се статьяһы).

Өҫтәмә эштә эшләүселәрҙең хеҙмәт бу­рыс­тарын билдәләү үҙенсәлектәре Хеҙмәт кодексының махсус бүлегендә яҙылған (Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 282 – 287-се статьялары).

Өҫтәмә эшкә урынлашыу өсөн төп эш урынындағы етәкселектән рөхсәт һорарға кәрәклеге тураһында законда яҙылмаған. Бары тик бер сикләү генә индерелгән: бәлиғ булмағандар, шулай уҡ ауыр, зыянлы һәм ҡурҡыныс эштә эшләүселәр, өҫтәмә эштәрендә лә шундай уҡ шарттар булһа, урынлаша алмай.

Тағы ла ваҡыт буйынса ла сикләүҙәр бар: “Өҫтәмә эштә эшләү ваҡыты көнөнә дүрт сәғәттән артырға тейеш түгел. Төп эш урынында эшләмәгән көндө өҫтәмә эш урынында тулы эш көнө эшләргә рөхсәт ителә”.

Һеҙгә үҙ көсөгөҙҙө алдан уҡ самалап ҡуйырға кәрәк. Шулай уҡ эш ваҡытығыҙ бер-береһенә ҡамасауламаҫҡа тейеш.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: