Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Март 2022, 18:59

Тәүлек эсендә муттар 12 кешене алдаған

Өфөлә йәшәгән 23 йәшлек ҡыҙға "банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре" шылтыратып, яуыз бәндәләр һеҙҙең исемгә кредит алырға маташа, быға юл ҡуймаҫ өсөн мин әйткәнде үтәгеҙ, тигән. Ҡурҡҡан ҡыҙ уны тыңлап, ҡушҡанын эшләгән һәм бер аҙҙан уның исеменә кредит килешеүе төҙөлөүе хаҡында хәбәр килгән, күп тә үтмәй иҫәбенә 91 мең һум күләмендә аҡса килгән. Аферист шул аҡсаны "ышаныслы" иҫәпкә күсерергә өгөтләгән, әммә ҡыҙ ҡурҡыуынан һөйләшеүҙе ҡапыл өҙөп, телефонды һүндергән дә ҡуйған... Хәҙер 91 мең һум кредиты булһа ла, аҡса үҙендә ҡалған бит, муттарға күсмәгән. 

Тәүлек эсендә муттар 12 кешене алдаған
Тәүлек эсендә муттар 12 кешене алдаған

Бәләбәй районында йәшәүсе 83 йәшлек бабайға "брокер компанияһы менеджеры" шылтыратып, инвестицияларҙа аҡса эшләргә тәҡдим иткән. Татлы телле аферист пенсионерҙың 800 меңгә яҡын аҡсаһын билдәһеҙ иҫәпкә һалырға өгөтләп күндергән...

Бабайҙың әйтеүенсә, ул "брокер" менән видеобәйләнеш аша һөйләшкән. Бик тәфсирләп ҡайҙа нисек баҫырға, нимә яҙырға, аҡсаны нисек күсерергә өйрәткән "брокер" аҡса күсеү менән юғалған...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: