Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Март 2022, 11:44

Радий Хәбировтың сәсен нимә ағартҡан?

«Сәсте ағартты был мәктәп. Был мәктәп менән  бер  генә бөртөк сәсем ағарып ҡалманы. Дыуан районының Таҙтүбә ауылы. 2018 йылдың ноябрендә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы вазифаһында тәүге эш сәфәремдең һәм йөкләмәмдең береһе.  1974 йылда  төҙөлгән авария хәлендәге мәктәпте яңыртырға кәрәк ине. Беҙ уны ябып, урынында яңыһын төҙөргә хәл иттек.

Радий Хәбировтың сәсен нимә ағартҡан?
Радий Хәбировтың сәсен нимә ағартҡан?

Ҡаҙнанан аҡса бүлеп, эш башланыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, намыҫһыҙ подрядсыға тап булдыҡ. Шуға күрә, тәүҙә һөйләшеп килешкәнсә, 2020 йылдың сентябрендә төҙөп бөтөр урынға мәктәпте әле генә төҙөп бөттөләр. Ошо ваҡыт эсендә Таҙтүбә халҡы менән бер нисә тапҡыр осраштым. Уларҙың түҙемлеге һәм аңлағаны өсөн рәхмәт белдерәм.

120 урынлыҡ мәктәп бик яҡшы килеп сыҡты. Бында спорт залы ҙур, спорт менән шөғөлләнеү, ял һәм саралар өсөн урам майҙансыҡтары бар. Беҙ бөтә коммуналь селтәрҙәрҙе лә алмаштырҙыҡ. Халыҡ алдындағы бөтә йөкләмәләрҙе үтәрбеҙ, тип күп тапҡыр әйткәнем булды. Бер нимәгә ҡарамаҫтан, алға барасаҡбыҙ. Осрашыуға киләсәкмен», – тип яҙа республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: