Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Март 2022, 17:20

Ләйсән Үтәшева һәм Павел Воля нисек йәшәй?

Был хаҡта яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшева үҙе һөйләне.

Ләйсән Үтәшева һәм Павел Воля нисек йәшәй?
Ләйсән Үтәшева һәм Павел Воля нисек йәшәй?

Билдәле булыуынса, 43 йәшлек комик Павел Воля һәм 36 йәшлек спортсы Ләйсән Үтәшеваның ғаилә ҡороуҙарына 9 йыл.

Йәш ғаилә ике бала - 8 йәшлек улы Робертты һәм 6 йәшлек ҡыҙы Софияны тәрбиәләй. Журналистарға яңы интервьюһында Үтәшева әйтеүенсә, ул һәр саҡ ирен тыңлай һәм улар бөтә мөһим ҡарарҙарҙы бергә ҡабул итә.

            Ләйсән әйтеүенсә, Павел уны бик һаҡлай һәм хәстәрләй.

- Ул мин ниндәй проекттарҙа ҡатнашыуыма, ниндәй кешеләр менән эшләүемә битараф түгел. Минеңсә, әгәр ир ҡатын-ҡыҙҙы ярата икән, был ғәҙәти күренеш , - ти Үтәшева.

Көҙ көнө ғаилә туйҙарының унынсы йыллығын билдәләйәсәк. Ләйсән әйтеүенсә, әлегә улар ошондай мөһим датаны нисек билдәләргә икәнен планлаштыра.

- Шуныһы ҡыуаныслы: бергәләп ошо датаға килеп еттек. Әммә хәҙер пландар төҙөү ҡатмарлы. Ошондай ваҡытта йәшәйбеҙ, пандемияны күҙ уңында тотам, - тине Ләйсән Үтәшева.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: