Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Март 2022, 13:26

Күпләп аҙыҡ-түлек алыуҙы туҡтатығыҙ!

Аҙыҡ-түлек магазиндары даими рәүештә эшләй һәм улар иң кәрәкле продукция менән етерлек күләмдә тәьмин итә.

Күпләп аҙыҡ-түлек алыуҙы туҡтатығыҙ!
Күпләп аҙыҡ-түлек алыуҙы туҡтатығыҙ!

Бөгөн халыҡ күпләп аҙыҡ-түлек һатып алып, үҙе лә аңламайынса ажиотаж тыуҙыра. «Роспотребнадзор» ҙур күләмдә продукция алмаҫҡа кәңәш итә. 

Аҙыҡ-түлек магазиндары даими рәүештә эшләй һәм улар иң кәрәкле продукция менән етерлек күләмдә тәьмин итә. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: срогы сыҡҡан ярмаларҙа, емештәрҙә һәм сетләүектәрҙә төрлө ҡоротҡос килеп сығырға мөмкин.

Әгәр яңылыш срогы сыҡҡан аҙыҡ һатып алһаң, ни эшләргә? Уны ашау хәүефле, сифатһыҙ продукт һатҡан магазинға барырға һәм хәлде асыҡларға крәк. Быны нисек эшләргә, барыһын да «Роспотребнадзор» белгестәре аңлатыр: 8(800)700 90 30.

Ошо һәм башҡа темалар хаҡында бөгөн БЮТ каналының «Сәләм» тапшырыуында ла һөйләнеләр. Тулыраҡ видеояҙмала ҡарағыҙ.

#ЦУРБашкортостана #РоспотребнадзорБашкортостана

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: