Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Март 2022, 20:05

Хаҡтар тирәләй...

Өфөлә «Халыҡ контроле» рейдҡа сыҡты.

Хаҡтар тирәләй...
Хаҡтар тирәләй...

Берҙәм Рәсәй” партияһы проекты активистар хаҡтар үҙгәреше буйынса тикшереүҙәр ойошторҙо.

«Халыҡ контроле» проектының төбәк координаторы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, улар шәкәр, тоҙ һәм ҡағыҙ хаҡтарын ҡараған.

Һөҙөмтә шул: күпселек тауар хаҡы күтәрелгән. Ҡағыҙҙың бер ҡабы (һүҙ принтер ҡағыҙы хаҡында) урыны менән 639 һумға һатыла. Хатта 1680 һумға тәҡдим иткән магазиндар бар.

Ә бына шәкәр хаҡы төшкән. Уның бер килолыҡ ҡаптағыһын 80 һумға алып була.

Комиссия айырыуса май, ярма, он хаҡтарын мониторингылай. Улар һатып алыусыларҙан ялыуҙар күбәйгәнен дә билдәләй. Артабан рейдтар ай һайын уҙасаҡ. Эш йомғаҡтары буйынса тәҡдимдәр партия етәкселегенә ебәреләсәк.

Хаҡтар тирәләй...
Хаҡтар тирәләй...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: