-5 °С
Болотло
Тейешле ҡарарға бөгөн РФ Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Ошоға ярашлы, Европала уҡыуҙан ебәрелгән Рәсәй студенттары тыуған яғында артабан бушлай белем аласаҡ.
Улар өсөн ҡабул итеү кампанияһы ябайлаштырылған тәртиптә үткәрелә. Студенттар үҙҙәре теләгәнсә, бюджет йә коммерция бүлегендә уҡый ала — түләүҙе вуз үҙ иҫәбенә ҡаплаясаҡ.