Ул Салауат педагогия училищеһын 1964 йылдан етәкләгән һәм шул мәлдәге ҡатмарлы шарттарҙа буласаҡ уҡытыусыларҙы әҙерләүсе белем усағын яңы социаль-иҡтисади шарттарға ярашлы үҙгәртеп ҡороуға өлгәшкән.
Сарала почетлы ҡунаҡтар рәтендә колледжды тамамлаусылар һәм ветерандар, Нәжиб Ғәфүр улының ғаилә ағзалары, ҡала хакимиәтенән вәкилдәр булды. Телмәр тотҡан Шәүрә Ғилманова, Фирҙәүес Хисаметдинова, Фәниә Әсәҙуллина, Миңлебай Юлмөхәмәтов, Миләүшә Ғәлиева, Рәфҡәт Үмәрғәлин, Гөлсәсәк Шәрипова, Олеся Арестова, Гүзәл Хөснуллина, Фруза Хәбибуллина һәм педагогия ветерандары фекеренсә, Нәжиб Ярышев һалған ныҡлы нигеҙ, туплаған юғары һөнәри коллектив һөҙөмтәһендә ваҡыт үтеү менән уҡыу йорто көслөләнә генә бара, бында белем алған кешеләр төрлө өлкәләрҙә республиканың мәнфәғәтенә уңышлы эшләй.
Был традициялар колледжда әле лә һаҡланып ҡалған, артабан да дауам итә, Нәжиб Ғәфүр улының иҫтәлеге өсөн барыһы ла эшләнә. Был уҡыу йорто директоры Зөлфиә Биктимер ҡыҙы Ишембәтованың тынғыһыҙ эше һөҙөмтәһе булып тора.