Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Март 2022, 10:45

Башҡортостанда таксист саҡырыуға юлланған

Әммә бер нисә сәғәттән һуң уның кәүҙәһе йырында табылған.

Башҡортостанда таксист саҡырыуға юлланған
Башҡортостанда таксист саҡырыуға юлланған

Дүртөйлө районында йәшәгән ике кеше 2021 йылдың июлендә таксисты үлтергән. Яңыраҡ был енәйәт эше буйынса суд булды.

28 һәм 56 йәшлек ирҙәр иҫерек килеш такси водителенә һөжүм иткән һәм үлтергән. Улар уның автомобилен, аҡсаһын һәм башҡа әйберҙәрен тартып һалдырып алырға теләгән. Улар машинаны Урмансы ауылына саҡыртҡан, тәүҙә килгән таксист, шикләнеп, ирҙәрҙе ултыртмай киткән.

Шунан улар икенсе таксиҙы саҡырған, юлда водителгә туҡтатыуын һораған. 28 йәшлек ғәйепләнеүсе ирҙе быуа башлаған, водитель аңын юғалтҡан. Енәйәтселәр уны, үлгән тип уйлап, артҡы ултырғысҡа һалған һәм уның «Лада Гранта» машинаһында Минйәҙебаш ауылы яғына йүнәлгән.

Таксист аңына килеп ҡаршылыҡ күрһәтә башлай, тик йәш енәйәтсе уны быуып үлтерә, ләкин уның алдынан зыян күреүсе бер нисә тапҡыр уға бысаҡ менән сәнсеп өлгөрә. Хөкөм ителеүселәр ҡасырға маташҡан, тик яралы енәйәтсе идара итеү һәләтен юғалтып, металл бағанаға бәрелгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уларҙы юл фажиғәһе урынында тотҡан. Хоҡуҡ һаҡлаусылар Саҡмағош районындағы йырында зыян күргән кешенең кәүҙәһен тапҡан.

Хөкөм ителеүселәр үҙ ғәйептәрен өлөшләтә таный. 28 йәшлек ир - 19 йылға, уның иптәше 12 йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатылған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: