Хәйбулла районында суд приставы кешенең ғүмерен ҡотҡарған. Ирҙең суд бинаһы янында эпилепсия өйәнәге башланған.
Зыян күреүсегә наркотиктарҙың йәки психотроп матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше тураһында статья буйынса эш асылған була. Суд ултырышына уны полицейскийҙар алып барған. Суд ултырышы башланыуын көткән ваҡытта ир аңын юғалтҡан. Быны видеокүҙәтеү камераһы аша эске хеҙмәттең кесе сержанты Йәлил Байғабулов күреп ҡалған. Ул аңын юғалтыусыға тәүге ярҙам күрһәтә. Был сирҙең тағы ла ауыр эҙемтәләренә юл ҡуймау өсөн дә ярҙам итә.
“Ашығыс ярҙам” килеп еткәндә ир аңына килгән була, тип хәбәр итәләр Федераль Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Фото: Т. Аманов